16+Һөйөүем доғаһы / Молитва моей любви
Где читать или купить
Описание
«Мөхәббәт — ул тормош, тормош — ул мөхәббәт» ти француз халыҡ мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр тормоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә, тик уны күрергә һәм аңларға һәләтебеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона, шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡҡоланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә тонсоға. Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар — был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле.
О книге
| Издательство | издательство «Китап» |
|---|---|
| Язык | ba |
| Форматы | |
| Возрастное ограничение | 16 |
| ISBN | 978-5-295-06813-3 |





